Әсәйҙәргә мәңге бала булып

Ҡалабыҙ беҙ, буйҙар етһәк тә.

Тыуған нигеҙҙәрҙән айырылып,

Йыраҡ-йыраҡтарҙан китһәктә.

 

22 ноябрҙә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 1 курс  уҡыусылары өсөн  әсәйҙәр көнөнә арналған синыф сәғәте үтте. Инеш һүҙе менән сығыш яһап:”Әсәйҙәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, һаҡларға , яҡларға ,улар өсөн йылы һүҙҙәребеҙ ҙе йәлләмәҫкә бурыслыбыҙ,-тип һүҙен йомғаҡланы башҡорт теле уҡытыусыһы  Бикбаева Венера Әхтәр ҡыҙы.

Артабан  Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса әңгәмә район китапханасыhы Ишдәүләтова Сәлимә Мисбах ҡыҙы менан үтте. Сәлимә Мисбах ҡыҙы авторҙың биографияһына, ижадына байҡау яһағас, китап буйынса әҙерләнгән буктрейлер күрһәтелде. Унан һуң әҫәр буйынса фекер алышыу башланды. Төп герой Ильястың ауыр бала сағы, балалар йортондағы аяныслы хәл-ваҡиғалар ауыр уйҙарға һалһа, уның ҡаршылыҡтарҙы еңеп, оло тормошҡа лайыҡлы аяҡ баҫыуы һоҡландырҙы. Фәһемле әҫәр барыһына ла оҡшаны. Һәр бала ғаиләлә үҫергә тейеш, ата-әсәләрҙе хөрмәтләргә, иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен белергә кәрәк, тигән фекергә килде уҡыусылар. Әҫәр менән тулыһынса таныш булғанға күрә, әңгәмә бик йәнле барҙы. Вәлиева Айбикә,Шәрипов Илшат,Шәрипов Рәхмәт,Әмирханов Илнарҙар үҙҙәренең фекерҙәрен иптәштәренә еткерҙе.Йәнле һәм фәһемле әңгәмәнән һуң уҡыусылар, Айнур Асҡаровтың "Әсә" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмын ҡараны. Уҡыусылар өсөн фильм беҙҙең районда төшөрөлөүе менән дә ҡыҙыҡлы булды. "Донъя йәме - әсәйҙәр" тигән китаптар күргәҙмәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.