2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы ғалим М. Сәғитов иҫтәлегенә Бөрйән районында “Крайҙы өйрәнеүсе” тигән конкурс ойошторолдо. Конкурста уҡыусылар, 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнашты һәм конкурс 2018 йылдың 1 апреленән 1 июленә тиклем дауам итте. Эштәр ошо ваҡыт арауығында ҡабул ителеп һәм 1 августан 1 сентябргә тиклем эштәргә экспертиза, конкурсҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе бүләкләү 14 декабргә тәғәйенләнде. Сараны ойоштороусылар: район мәҙәниәт бүлеге,    М. Сәғитов музейы, “МАҠСАТ” башҡорт йәштәре хәрәкәте.

      Арҙаҡлы ғалим М. Сәғитов иҫтәлегенә арналған конкурста беҙҙең филиалдың 22-се төркөм  уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бикбаева Венера Әхтәр ҡыҙы  етәкселегендә  - Ғайсина Фатима “Минең герой яҡташтарым” номинацияһында “Минең ҡәҙерлеләрем”тигән темаға  инша яҙып дипломға лайыҡ булһа, ә Байназаров Илшат “Минең тыуған усағым” номинацияһында “Байназар ауылы тарихы” темаһына ғилми-эҙләнеү эше башҡарып 1 урынға лайыҡ булып,  диплом  һәм ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанды.Уларҙың уҡыуҙарында уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.