• bnur84

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022

23 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһы булып үтте.

Башҡорт теленән диктант яҙыу оло байрамға әүерелә.Йәше лә ,ҡарты ла диктант яҙа, йылдан йыл теләүселәр һаны ла күбәйә.Был аңлашыла ла, сөнки үҙенең илен ,телен һөйгәндәр һаны күбәйә генә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле белем биреү акцияһы.

Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Беҙҙең колледж уҡытыусылары һәм уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.Колледж директоры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы И.Ә Зәйнуллин һәм "Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы"финалисы Кәйекбирҙина Т.Ш уҡынылар.









5 просмотров0 комментариев
 
ВЕРСИЯ ДЛЯ СЛАБОВИДЯЩИХ